

Белорет ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы уҡыусыларының XXIV спартакиадаһы иҫәбенә 2007-2008 йылғы уҡыусылар араһында грек-рим көрәше буйынса зона-республика ярыштары үтте. Унда район ярыштарында еңеү яулаған иң көслөләр келәмгә сыҡты.
Әбйәлил көрәшселәре һәйбәт һөҙөмтәләр күрһәтте.Үҙҙәренең ауырлыҡ категорияларында Фәнүр Истамбаев (1-се Асҡар мәктәбе) һәм Арслан Фәйезов (Күсем рудник) беренсе урын яуланылар.
Йәмил Искәнйәров (Тупаҡ), Айгиз Мәғәфүров (Т.Кусимов исемендәге гимназия), Халитов Нуршат (Т.Кусимов исемендәге гимназия), Даян Фазылов (Сиҙәм) икенсе урын алдылар.
Байназар Хәйруллин (Буранғол), Зәйнулла Ишаев (Әбдрәш), Вәғиз Хәлисов (Ишбулды), Нил Нөғәмәнов (Тупаҡ), Роман Смехов (Дәүләт) өсөнсө урынға сыҡтылар.
Команда иҫәбендә әбйәлилдәр икенсе урын алды. Ҡотлайбыҙ!
Артабан да яңынан-яңы еңеүҙәр теләйбеҙ йәш көрәшселәргә!