+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
22 Апрель 2022, 10:50

Иң шәп уйынсылар кемдәр?

“Айыҡ ауыл" республика проекты сиктәрендә Ишкилде ауылында шахмат турниры үтте.Был сәмле ярышта еңеүселәрҙән тыш, иң йәш һәм иң оло шахматсы ла билдәләнде. Кемдәр һуң улар?

Иң шәп уйынсылар кемдәр?
Иң шәп уйынсылар кемдәр?

Төрлө ауылдараҙан 8 йәштән алып 83 йәшкә тиклемге 38 уйынсы ҡатнашты.Тарихи алыҫ быуаттарға тоташҡан шахмат уйыны бөгөнгө компьютер, гаджеттар донъяһында ла популярлығын юғалтмай.

Турнирҙа иң йәш уйынсы ҡыҙ тип Хәлимова Гөлдәриә (Буранғол), малайҙарҙан  Сәлмәнов Мөхәмәт (Буранғол) табылһа, Ғәләүетдинов Әбүзәр (Асҡар) иң оло уйынсы ине.
Турнир һөҙөмтәләре буйынса урындар түбәндәгесә билдәләнде.
Ир-егеттәр араһында:
1-се урын- Билалов Рәфҡәт (Асҡар)
2-се урын- Ишмөхәмәтов Нуретдин (Атауҙы)
3-сө урын- Италмасов Әкрәм (Таштимер)
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында:
1-се урын- Мәхмүтова Илана
2-се урын- Абдуллина Әнүзә (Асҡар)
3-сө урын- Зарипова Гөлшат (Ишкилде)
2007- 2010 йылғы ҡыҙҙар араһында:
1-се урын- Ғәбитова Фирүзә (Буранғол)
2-се урын- Мөлөкөва Гөлнәзирә(Хәмит)
3-сө урын- Абдуллина Яҙгөл(Хәмит)
2007-2010 йылғы малайҙар араһында:
1-се урын- Фәттәхов Сыңғыҙ(Буранғол)
2-се урын- Сәлмәнов Рәсүл(Буранғол)
3-сө урын- Мөлөков Рамаҙан(Хәмит)
2011 йылғы һәм унан бәләкәй ҡыҙҙар араһында:
1-се урын- Шәмиғолова Розалия(Асҡар)
2-се урын- Әхмәтова Ильнара (Асҡар)
3-сө урын- Дәүләтшина Зарина (Асҡар)
2011 йылғы һәм унан бәләкәй малайҙар араһында:
1-се урын- Солтанов Тамерлан (Асҡар)
2-се урын- Шафиҡов Айҙар (Ишкилде)
3-сө урын- Моратов Динар.
Бәйгеселәрҙе лайыҡлы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ.Ишкилделәр турнирҙы ойоштороусыларға - баш судья Зөлфир Ишморат улы Фәттәховҡа, секретарь Яхъя Ғилметдин улы Ҡаҙаҡбаевҡа, Әнүзә Абдуллинаға, шахматсыларҙы бишбармаҡ һәм самауыр сәйе менән һыйлаусы Әминә һәм Сәүҙә Шаһивәлиеваларға, Гөлмәрйәм Мырҙагилдинаға,Айгөл һәм Мәүлиҙә Зариповаларға, Мөслимә Мәсәлимоваға,Нурия Усмановаға, Гөлсиә һәм Рәйлә Хәсәноваларға оло рәхмәттәрен еткерә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: