+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
7 Май 2022, 11:10

Еңел атлетика буйынса зона ярыштары

Кисә Асҡарҙың «Уңыш» стадионында уҡыусыларҙың ХХIV Спартакиадаһына иҫәбенә еңел атлетика буйынса зона-республика ярыштары үтте. Ярыштарҙа муниципаль этаптарҙа еңеү яулаған Бөрйән, Ейәнсура, Хәйбулла һәм Әбйәлил райондары командалары көс һынашты. Иң етеҙҙәр ҡайһы район уҡыусылары икән?

Беҙҙең район намыҫын Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусылары (тренер Тайсин Фәйезйән  Мөҙәрис улы) яҡланы.
Ҡыҙҙар араһында йүгереүҙә шәхси иҫәптә иң етеҙҙәр:
I урын – Касимова Алтынай (Бөрйән)
II урын – Хәйбуллина Динара (Әбйәлил)
III урын – Мусина Гөлдәриә (Әбйәлил)
малайҙар араһында:

I урын – Мырҙағолов Илтимир (Бөрйән)

II урын – Насиров Динир (Әбйәлил)

III урын – Ишбулдин Данил (Әбйәлил)
4 х 100 м эстафетала Әбделмәмбәт мәктәбе командаһы беренсе урын алды.
Ярыштар йомғаҡтары буйынса ҡыҙҙар араһында:
I урын – Әбйәлил районы;
II урын – Бөрйән районы;
III урын – Хәйбулла районы.

Егеттәр араһында:

I урын – Бөрйән районы
II урын – Әбйәлил районы
III урын – Ейәнсура районы
Еңеүселәргә һәм призерҙарға кубоктар, грамоталар һәм миҙалдар тапшырылды.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: