+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
7 Май 2022, 23:45

Уҡытыусы иҫтәлегенә арналған турнир

Бөгөн Гусевта мини-футбол буйынса турнир уҙҙы.

Уҡытыусы иҫтәлегенә арналған турнир
Уҡытыусы иҫтәлегенә арналған турнир
Гусев ауылында мини-футбол буйынса ярыш уҙҙы. Уны йыл һайын май айында хөрмәтле уҡытыусы Роза Вәлиева-Яхина иҫтәлегенә арнап, педагогтың ғаиләһе ойоштора. Сараны ҡыҙы Ильмира Яхина асып, турнирҙа ҡатнашыусыларҙы сәләмләне. Ярыштың баш судьяһы Морат Яхин спортсыларға үҙенең теләктәрен еткерҙе. Турнирға ҡағылышлы талаптар менән судья Илнур Яхин таныштырҙы.
Роза Нурғәли ҡыҙы Вәлиева - Яхина иҫтәлегенә арналған мини-футбол буйынса ярышта бөтәһе алты команда көс һынашты. Асҡар, Юлдаш, Гусев, Әүнәш ауылынан ике команда һәм Яхиндар ғаиләһе күсмә кубокты алыу өсөн көрәш башланы. Көн оҙоно дауам иткән ҡыҙыу, сәмле ярышта "Батыр" физкультура-һауыҡтырыу комплексы тренерҙары командаһы алдынғылыҡты ысҡындырманы һәм турнир кубогын яуланы.
Икенсе урынды Әүнәш ауылынан өлкәндәр командаһы алды.
Яхиндар ғаиләһе командаһы өсөнсө урынға лайыҡ булды
Турнирҙа ҡатнашыусыларҙы ярышты ойоштороусы Яхиндар ғаиләһе миҙалдар һәм иҫтәлекле приздар менән бүләкләнде.  "Иң яҡшы ҡапҡасыһы" Руслан Илһамов, "Иң яҡшы һөжүм итеүсеһе" Илмир Бүләкбаев тип танылды, улар икеһе лә Асҡар командаһынан. "Иң яҡшы һаҡсы" исеменә Әүнәш командаһынан Вадим Шакиров лайыҡ булды.
Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: