Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Июнь , 08:00

“Спорт – тормош рәүеше”

Учалы ҡалаһының  “Горняк” стадионында Балалар футболы декадаһы сиктәрендә футбол байрамы үтте.

“Спорт – тормош рәүеше”
“Спорт – тормош рәүеше”

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Был сара “Демография” милли проектының “Спорт – тормош рәүеше” төбәк проекты сиктәрендә ойошторолдо.

Байрам барышында футбол буйынса “Буласаҡ чемпиондар лигаһы” 8х8 футбол буйынса турниры үтте. Ярыштарҙа 14 йәшкә тиклем балаларҙан торған алты команда ҡатнашты, тип хәбәр итә Учалы ҡалаһы хакимиәтенең Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм буйынса комитеты.

Шулай уҡ ҡатнашыусыларҙың әсәйҙәре лә мини-футбол буйынса ярышты. Был турнир айырыуса сағыу, күңелле үтте, балалар яҡындары өсөн көйҙө, хупланы.

Тәнәфестәрҙә зумба буйынса тренер менән бергә бейергә өйрәнделәр. Уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәресендә лә ҡатнаштылар. Шулай уҡ өҫтәл спорт уйындары, конкурстар, эстафеталар, дартс ойошторолдо. Бөтә ҡатнашыусылар ҙа тәмлекәстәр алып ҡыуанды. Атай-әсәйҙәр ҙә, балалар ҙа бик ҡәнәғәт ҡалды.

Фотолар –  Учалы ҡалаһы хакимиәтенең Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм буйынса комитеты.

Автор:
Читайте нас в