+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
29 Июнь 2022, 09:25

Яңы уҡыу йылында - яңы проект

Мәктәптә уҡыусыларҙы боксҡа өйрәтә башлаясаҡтар.  #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Яңы уҡыу йылынан Башҡортостанда “Мәктәптәргә – бокс” проекты индерелә. Был хаҡта Башҡортостан хөкүмәтенең Республикаға идара итеү үҙәгендә уҙған оператив кәңәшмәһендә спорт министры Руслан Хәбибов белдерҙе. “25 июндә – Бөтә донъя олимпия көнөндә Башҡортостан Хөкүмәте һәм Рәсәйҙең Бокс федерацияһы араһында республикабыҙҙа боксты үҫтереү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды”, – тип билдәләне ул.

Өфө, Күмертау, Октябрьский, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Белорет һәм Стәрлетамаҡ райондары һынау режимында “Мәктәптәргә – бокс” программаһын ғәмәлгә ашыра башлай, тине Руслан Хәбибов.

Автор:
Читайте нас: