+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
1 Июль 2022, 10:02

Маҡсатлы егеткә уңыштар!

Тағы бер яҡташыбыҙ, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Илнур Яхин «Ауыл тренеры» республика программаһы буйынса 600 мең һумлыҡ сертификатҡа лайыҡ булды.

Маҡсатлы егеткә уңыштар!
Маҡсатлы егеткә уңыштар!

Тағы бер яҡташыбыҙ, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Илнур Яхин «Ауыл тренеры» республика программаһы буйынса 600 мең һумлыҡ сертификатҡа лайыҡ булды. Бөтә донъя футбол көнөндә Өфөлә «Нефтяник» стадионында уҙған байрам тантанаһында Башҡортостан Республикаһының спорт министры Руслан Хәбибов ҡулынан бүләк алып ҡыуанды.
Бәләкәйҙән спорт менән шөғөлләнгән Илнур Гусев урта мәктәбендә, һуңынан Сибай дәүләт университетының физик культура, сәләмәтлек һәм спорт факультетында уҡығанда белем усаҡтарының ғорурлығы була. Футбол, йүгереү, лапта буйынса республикала гел алдынғы урындарҙы биләй. 2005 йылда мәктәп уҡыусылары араһындағы республика ярышында чемпион, 2006 йылда беренсе курс студенты булғанда 100 метрға йүгереү буйынса республика чемпионы исемен яулай. 15 йылдан ашыу райондың йыйылма футбол командаһында уйнаған Илнур Морат улының был юҫыҡта ла уңыштары ҙур. 2007 йылда республиканың ауыл райондары араһында уҙған спартакиадала команда менән дүртенсе урын алһалар, Илнур республика буйынса «Иң яҡшы һөжүм итеүсе» номинация-һына лайыҡ була. Уҙған йылда мини-футбол буйынса республика ярышында икенсе урын яулайҙар.
Гусев ауылының абруйлы уҡытыусылары Роза һәм Морат Яхиндар ғаиләһендә спортты, айыҡ тормошто үҙ иткән ата-әсәһенән өлгө алып, маҡсатлы, ҡыйыу булып үҫкән егет ҡаршылыҡтарҙы үҙенең ныҡышлығы менән еңергә өйрәнгән. Ғаиләле, кәләше менән ике бала тәрбиәләйҙәр. Үҙенең генә түгел, бөтә балаларҙы спортҡа ылыҡтырыу өҫтөндә эшләй.
Яҙ айында Илнур Яхин гимназияла Бөтә Рәсәй футбол фестивале сиктәрендә ата-әсәләр өсөн турнирҙар ойошторған. «Уңыш» стадионы һабантуйҙай гөрләп торған атайҙарҙың 24, әсәйҙәрҙең 15 командаһы сәмле ярышҡа сыҡҡан. Спорт бәйгеһе ата-әсәләргә лә, улар өсөн көйгән уҡыусыларға ла бик оҡшаған. Бындай фестивалдәр артабан да уҙғарыласаҡ, ти тренер.
— Яңы уҡыу йылында Таһир Кусимов исемендәге гимназияла «Мәктәптә — футбол» проекты буйынса ошо спорт төрөнә өйрәтә башлаясаҡмын. Был проектты Бөтә Рәсәй футбол союзы тормошҡа ашыра, улар беҙгә футбол өсөн кәрәк-яраҡты ебәрәсәк, — ти Илнур Морат улы. — Районда футболды үҫтереүгә һәр саҡ ярҙам күрһәткән ДЮСШ директоры Ласын Усмановҡа һәм гимназия директоры Рәмил Әхмәтовҡа рәхмәтлемен.
Киләсәккә оло пландар менән йәшәгән егеттең бөтә ниәттәре тормошҡа ашһын.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: