+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Июль 2022, 11:48

Авиация байрамы үтә

9 июлдә Өфө янындағы «Первушино» аэродромында ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, осоусы Муса Гәрәевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған «Первушино AviaFest» авиация байрамы үткәрелә.

Авиация байрамы үтә
Авиация байрамы үтә

Яңғыҙ һәм төркөм пилотажы программаһы менән бөтә Рәсәйҙән 50-нән ашыу самолет һауаға күтәреләсәк. Шулай уҡ 1942 йылда сыҡҡан, Бөйөк Ватан һуғышы яуында ҡулланылған легендар По-2 самолеты осош яһаясаҡ.

       Аэродром майҙансығында авиация техникаһы күргәҙмәһе, самолеттар янында  фотозона эшләйәсәк. Фуд-корт зонаһы, балалар һәм өлкәндәр өсөн күңел асыу урыны, уйын майҙансыҡтары, ижади оҫталыҡ дәрестәре  ойошторола.

     Һуңынан һауа шарҙары һауаға күтәреләсәк, унда теләгәндәр аэродром биләмәһен ҡош бейеклегенән күҙәтә аласаҡ. Байрам көндөҙгө сәғәт 1-ҙә башланып  киске 8-гә тиклем барасаҡ.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: