+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Июль 2022, 11:45

Ағиҙел буйлап турға барҙыҡ

Президент гранты ярҙамында

Ағиҙел буйлап турға барҙыҡ
Ағиҙел буйлап турға барҙыҡ

 Рәсәй Федерацияһы Президенты грантын тормошҡа ашырыу сиктәрендә быйыл да "Ағиҙел тулҡындарында" проектының ял көнө туры дауам итте. Сәләмәтлек мөмкинлектәре сиклеләр уҙған йылда грант ярҙамында республикабыҙҙың матур төбәгендә булып ҡайтты һәм ҡабаттан тур ойоштороуҙы һораны.

  Был юлы район инвалидтар йәмғиәтенең әүҙем ағзаларынан торған ун кешелек төркөм иртәнге сәғәт 8-ҙә Асҡар ауылынан Бөрйән районының Кейекбай ауылына юлланды. Барып урынлашҡас, һыу походында хәүефһеҙлек техникаһы менән таныштылар. Артабан турҙа ҡатнашыусылар экипаждарға бүленеп, Ағиҙел буйлап йөҙөргә сыҡты.

  Бөрйәндең иҫ киткес матурлығына һоҡланып, йыр, йор һүҙ артында ваҡыт үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды.  Кискеһен усаҡ яғып киске аш әҙерләү, хуш еҫле самауыр сәйен тәмләп эсеү, һыу буйында мунса төшөү, дискотека, фотосессия, шешлек ҡурыу — онотолғоһоҙ ялдың иң күңелле мәлдәре булды. Икенсе көндә Шүлгәнташ мәмерйәһенә тиклем һалда ағып төшөү һәм яңы ғына асылған "Шүлгәнташ" тарихи-музей мәҙәни комплексына барыу турҙа ҡатнашыусыларға айырыуса оҡшаны. Күптәре Бөрйән районына былтыр ғына килеп ҡайтһа ла, ожмахтай тәбиғәт матурлығына, турҙың һәр саҡтағыса юғары кимәлдә ойошторолоуына хайран ҡалды. Проект ойошма ағзалары үҙҙәренә яңы дуҫтар тапһын,бер-береһе менән аралашһын, социаль туризм үҫешһен тигән маҡсатта бойомға ашырыла. Турҙа ҡатнашыусылар район хакимиәте башлығының социаль эштәр буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Вадим Ғафаровҡа, инструктор Рәмил Иҫәнбаевҡа, водитель Фәнис Исрафиловҡа, проект етәксеһе Нәсимә Әҡсәноваға сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр.

— Беҙҙең өсөн шундай матур ял, байрам ойошторғандары өсөн Нәсимә Вәйес ҡыҙы менән Рәмил Рәшит улына ҙур рәхмәт! Был көн беҙҙең күңелдәрҙә онотолмаҫ матур бер хәтирә булып ҡалыр. Башҡортостаныбыҙҙың хозурлығын күреп,  ыңғай тәьҫораттар менән күңел байлығы, көс-дәрт йыйып ҡайттыҡ. Төркөмөбөҙгә шундай шәп, ярҙамсыл, дөргөн, шуҡ-шаян ҡыҙҙар-егеттәр йыйылғайны. Беҙҙе икенсе йыл походтарға имен-аман алып йөрөтөүсе водителебеҙ, үҙ эшенең оҫтаһы Фәнискә айырым оло рәхмәт, — тине турҙа ҡатнашыусы Мөслимә Моталова. — Һәр ваҡыт шулай берҙәм булайыҡ, һәр көндөң ҡәҙерен белеп, иҫәнлектә-һаулыҡта йәшәргә яҙһын!

Сәлих Дәүләтов.

"С.ВОИ" ауыл хәбәрсеһе мәктәбе" уҡыусыһы.

Автор:
Читайте нас: