+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
29 Июль 2022, 17:50

Ат - изге йән

Граф күле буйында ойошторолған «Башҡорт аты» фестивале ат-спорт ярыштары, шулай уҡ илебеҙҙең төрлө төбәктәренән килгән 100-гә яҡын уҡсы ҡатнашлығында «Мәргән уҡсы» төбәк-ара фестивале менән башланып киткән.

Ат - изге йән
Ат - изге йән

Баймаҡ районында бөгөн спорттың этник төрҙәрен популярлаштырыуға һәм башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән «Башҡорт аты» фестивале бара.

«Баймакский вестник» гәзите хәбәрсеһе Елена Ғүмәрова Ғафури районынан килгән ҡунаҡ гөлшат Шәймәрҙәнова менән әңгәмәләшкән. 

«Фестивалгә ғаиләм менән килдем. Әлегә ҡарайбыҙ ғына. Бөгөн һауа торошо яҡшы, эҫе түгел. Быйыл йәй тәбиғәт тә хозур. Беҙҙең ғаилә уҡтан атыуҙы бик ярата, шуға районыбыҙҙа ошо спорт төрө менән бәйле ярыштарҙы ҡалдырмаҫҡа тырышабыҙ. Бында беҙ тәү сиратта уҡ атыу ярышында ҡатнашырға тип килдек. Республикабыҙ етәкселегенең башҡорт атына бағышланған ошондай ҙур сара ойоштороп ебәреүе хуплауға лайыҡ. Сөнки башҡорт халҡы өсөн ат изге хайуан тип иҫәпләнә. Башҡорттар элек-электән ат үрсеткән. Ат уларҙы туйындырған, кейендергән, транспорт сараһы булып хеҙмәт иткән. Йылҡы малының әкиәттәр һәм риүәйәттәрҙең төп геройҙары булыуын да беләбеҙ. Ир-егет үҙенең етеҙ һәм ҡурҡыу белмәҫ аты менән батырлыҡ ҡылған. Аттар тураһында бик күп йырҙар һәм әйтемдәр ҙә бар. Мәҫәлән, «Атһыҙ ир ҡанатһыҙ ҡош», «Арғымаҡ менгән арымаҫ», «Андыҙлы ерҙә ат үлмәҫ, атлы ерҙә ир үлмәҫ» һәм башҡалар», — тигән фестиваль ҡунағы.

Фото:"Башинформ".

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: