+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
29 Июль 2022, 11:40

Яҡтыгүлдә аҡ елкәндәр

Инвалидтар ойошмаһы ағзалары өсөн  Яҡтыгүлдә парус спорты буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторолдо.

Яҡтыгүлдә аҡ елкәндәр
Яҡтыгүлдә аҡ елкәндәр

 Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле кешеләр араһында спорттың был төрөн популярлаштырыу һәм үҫтереү маҡсаты күҙ уңында тотолдо. Сарала Белорет, Баймаҡ һәм беҙҙең район инвалидтар йәмғиәттәре вәкилдәре  — йәмғеһе утыҙға яҡын кеше ҡатнашты.

   Дәрес елкәнле катамарандарҙа үткәрелде, катамаран командаһы рулевойҙан — яхтсмен-инструктор Руслан Шакиров һәм оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусы ике матростан торҙо. Беҙҙең райондың инвалидтар ойошмаһы командаһы исеменән Клара Попкова (Асҡар), Йәмил Аҡмырҙин (Тупаҡ), Юлай Аҙнабаев (Иҫке Балапан), Марат Еникеев (Ташбулат), Фәрхәт Йосопов (Сиҙәм), Фирүзә Аралбаева (Ишбулды) сығыш яһаны.  Хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инструктаж алып, яхтаның ҡоролошо менән танышҡас, ҡатнашыусылар һыуҙа елкәнле яхта менән идара итеүҙе үҙләштерҙе.

  Шәп, күңелле сараға килгән һәр кем елкәнле спорт менән шөғөлләнергә мөмкин булыуын аңланы. Сөнки ул реабилитация, йән-тән өсөн ял, көс-ҡеүәт алыу. Яҡтыгүлдең матурлығына һоҡланып, һыуҙан арып-асығып сыҡҡан спортсыларҙы оҫта ҡуллы ашнаҡсылар Дамира Килдейәрова менән Мөслимә Моталова усаҡта бешерелгән тәмле бишбармаҡ һәм йыуаса менән көтөп торҙо.

  Оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусылар сараны ойоштороусы район инвалидтар ойошмаһынан Руслан Шакировҡа, Нәсимә Әҡсәноваға, тренер-инструктор Рәмил Иҫәнбаевҡа рәхмәт белдерҙе.

Йәмил Аҡмырҙин.

"С.ВОИ" ауыл хәбәрсеһе мәктәбе" уҡыусыһы.

Автор:
Читайте нас: