”Башҡорт аты” фестивалендә уҡсылар мәргәнлеккә көс һынашты.
10-20 йыл элек спорттың был төрө хаҡында һүҙ йөрөтөүсек лә юҡ ине. Башҡортостанда был спорт төрө хәрәкәтенә Юлай Ғәлиуллин нигеҙ һалды, булһа кәрәк. Хәҙер уҡсылар клубы, үҙәктәре барлыҡҡа киле, уҡ-ян яһаусылар бар.
Баймаҡ районында үткән ярышҡа Мәскәүҙән, Псковтан,Әстрхандан, Пермдән дә уҡсылар килде. 90 ҡатнашыусының өстән бер өлөшөн ҡатын-ҡыҙҙар тәшкил итә ине.
30, 35, 40, 60, 70 һәм 145 метр дистанцияларҙан аттылар. Һәр спортсы бишәр уҡ атты.
Ярыштарға Өфөнән Ғафур Рахманғолов етәкселек итте.
“Баймакский вестник” гәзите сайтынан.