+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
30 Июль 2022, 19:30

"Ылаҡ" һәм бәйге ҡыҙғандан-ҡыҙа бара

“Ылаҡ” уйынының финалында Ҡаҙағстан менән Баймаҡ районы командалары осрашты.

"Ылаҡ" һәм бәйге ҡыҙғандан-ҡыҙа бара
"Ылаҡ" һәм бәйге ҡыҙғандан-ҡыҙа бара

“Ылаҡ” уйынының финалында Ҡаҙағстан менән Баймаҡ районы командалары осрашты.

Бер үк ваҡытта ат ярыштары башланды. Бәйгеләрҙә Башҡортостан һыбайлыларынан тыш, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән килгән спортсылар ҙа ҡатнаша.

Ат ярыштары алты төр буйынса үтә. Тәгеһендә ике йәшкә тиклемге башҡорт тоҡомлло аттар сыға ярышҡа.Икенсеһендә өс йәшкә тиклем башҡорт тоҡомло аттар көс һынашасаҡ.

Өсөнсө заезда таҙа тоҡомло аттар ярыша. Дүртенселә дүрт йәштән олораҡ булған аттарҙы меңгән һыбайлылар стартҡа баҫа. Бишенселә башҡортт аттары 7 саҡрымға йүгерә. Алтынсы заезда бөтә төр тоҡомло аттар иң ҙур дистанцияға йүгерә – түңәрәк буйлап 8 әйләнеш бирәсәк.

Тәүге заезда Борис Торсонбаев беренсе булып килгән, икенсе заезда Илнур Ҡәҙерғоловҡа етеүсе булмаған.

Ярыштар дауам итә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: