+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
31 Июль 2022, 08:10

«Оҙон бәйге» еңеүселәре билдәле!

«Башҡорт аты» республика фестивалендә «Оҙон бәйге» ат-спорт ярыштары үтте. Ярыш барышын күҙәткән  Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров иң яҡшы һыбайлыларға бүләкте үҙе тапшырҙы.

«Башҡорт аты» республика фестивалендә «Оҙон бәйге» ат-спорт ярыштары үтте. Ярыш барышын күҙәткән  Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров иң яҡшы һыбайлыларға бүләкте үҙе тапшырҙы.

14 саҡрымға уҙышҡан аттар араһында еңеүҙе Баймаҡ районынан Турысай аты менән Алмас Шөғүров алды. Еңеүсегә Радий Фәрит улы төп бүләкте һәм кубокты тапшырҙы, А. Шөғүров «Лада Гранта» автомобиленә сертификат менән бүләкләнде.

Икенсе урын һәм 120 мең һум аҡсаны Силәбе өлкәһе вәкилдәре алды. Өсөнсө урын да баймаҡтарҙа, өсөнсө килгән һыбайлыға 90 мең һҡм бирелде.

Фото: Башинформ.

 

«Оҙон бәйге» еңеүселәре билдәле!
«Оҙон бәйге» еңеүселәре билдәле!
Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: