+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
4 Август 2022, 12:21

Спорт менән шөғөлләнеүгә аҡса бүленә

 Башҡортостанда спорт менән шөғөлләнеүгә 49,8 миллион һум аҡса бүленә.  #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Спорт менән шөғөлләнеүгә аҡса бүленә
Спорт менән шөғөлләнеүгә аҡса бүленә

Саралар төбәк  бюджеттан дәүләт социаль заказы сиктәрендә бирелә. Республикала социаль хеҙмәтләндереү аша спорт менән шөғөлләнеүселәр һаны 1,4 мең кешегә еткән. Аҡсаны  йүнәлтеүгә республикала  иң популяр булған  йөҙөү, конькиҙа фигуралы шыуыу, художестволы гимнастика, баскетбол, теннис, шахмат, көрәш спорт төрҙәре һайлап алынған.

      Башҡортостан дәүләт социаль заказы тураһында законды һынау буйынса пилот төбәктәрҙең береһе  булып тора. Республикала йәшәүселәр шәхси балалар баҡсаларына, бала ҡараусы яллауға һәм спорт менән шөғөлләнеүгә киткән сығымдарҙы түләүгә сертификат алыуҙары мөмкин.
    Июндә республикала «Башҡортостан Республикаһында граждандарҙы социаль хеҙмәтләндереү тураһында» законға төҙәтмәләр индерелде. Уға ярашлы, социаль хеҙмәтләндереүгә мохтаж кешеләргә билдәле бер суммаға финанслау менән тәьмин ителгән сертификат тапшырыла. Был документ менән ул хеҙмәтләндереләсәк ойошманы үҙе һайлай һәм  түләмде сертификат менән ҡаплай  ала.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: