-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
26 Август 2022, 08:00

Тау саңғыһы үҙәге өҫтөнлөклө инвестиция проекты

Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы Миәкә районында тау саңғыһы үҙәген төҙөү буйынса инвестиция проектын өҫтөнлөклөләр исемлегенә индерҙе. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Тау саңғыһы үҙәге өҫтөнлөклө инвестиция проекты
Тау саңғыһы үҙәге өҫтөнлөклө инвестиция проекты

Проектты Руслан Аҡсуриндың «Альтаир» компанияһы тормошҡа ашыра. Инвестициялар күләме 140 миллион һумға баһалана. Бөтәһе 35 эш урыны булдырыу күҙаллана.

     «Инвестор проектты ике этапта ғәмәлгә ашырырға ниәтләй. Беренсеһен тормошҡа ашырыуға 55,43 миллион һум йүнәлтеләсәк һәм 25 яңы эш урыны булдырыласаҡ. Тәүге этапты 2023 йылда тамамлау күҙаллана», - тип хәбәр итте корпорацияның генераль директоры Наил Ғәббәсов. Инвестор ер участкаһын сауҙаһыҙ ҡуртымға  аласаҡ. Был өҫтөнлөклө проекттарға тәҡдим ителгән өҫтөнлөктәрҙең береһе. Бынан тыш, компания ғәмәлгә ашырыуҙың бөтә этаптарында ла Башҡортостан Үҫеш корпорацияһы ярҙамы менән бушлай файҙалана ала.

   Тау саңғыһы үҙәген булдырыу ихтыяжы шуға бәйләнгән,  яҡындағы бындай объект 100 километр алыҫлыҡта урынлашҡан, ә район үҙәге халҡы ҡына 10 мең кешенән ашыу тәшкил итә.Етмәһә, республиканың ҙур ҡалалары ла яҡын урынлашҡан.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: