-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Сентябрь 2022, 09:15

Спорт менән шөғөлләнеүселәр һаны артыр

Белем көнөндә Октябрьский ҡалаһында “Балаңды спортҡа алып кил!”фестивале үтте. #нацпроект#регпроект#национальныепроектыБашкортостан

Спорт менән шөғөлләнеүселәр һаны артыр
Спорт менән шөғөлләнеүселәр һаны артыр

Ҡалала 56 меңдән ашыу кеше 63 спорт төрө менән шөғөлләнә. Дүрт балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә дүрт меңдән ашыу спортсы шөғөлләнә, 23 йүнәлеш буйынса 72 тренер эшләй. Спортсыларыбыҙ даими призлы урындар биләп, миҙалдар алып ҡайтып, ҡалабыҙҙың данын күтәрә. Сәләмәт тормош рәүеше алып барыусылар арта, йыл һайын үткәрелгән фестиваль быны дәлилләй, тип хәбәр итә Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Фестиваль барышында Художестволы гимнастика федерацияһы тәрбиәләнеүселәре Элона Шәрипова менән Лина Шәриповаға “Рәсәйҙең спорт мастерына кандидат” билдәһе тапшырыла. Шулай уҡ “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә донъя физкультура-спорт комплексының алтын билдәләре тапшырыла. “Чемпион менән зарядка” акцияһы ла ойошторола.

Спорт менән шөғөлләнергә теләүселәр секция тренерҙары, етәкселәре менән осрашып, уларҙың эш тәртибе менән таныша, һорауҙарына яуап ала, түңәрәктәргә яҙыла ала.

Ҡалала спорт менән шөғөлләнеүселәр һаны артыр, республика, ил кимәлендәге ярыштарҙа еңеүселәр күбәйер, тигән өмөттәбеҙ.

Фото –  Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

https://bashkizi.ru/news/milli-proekttar/2022-09-02/sportsylar-any-artyr-2933363

Автор:
Читайте нас: