-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
13 Сентябрь 2022, 17:50

50 ауыл тренерына 600 мең һум аҡса бирелә

Быйыл Башҡортостандың 20 районында 50 тренерға «Ауыл тренеры» республика программаһы буйынса 600 мең һум аҡса тапшырыла.  

50 ауыл тренерына 600 мең һум аҡса бирелә
50 ауыл тренерына 600 мең һум аҡса бирелә

Башҡортостан — Рәсәйҙә ауыл еренә тренерҙарҙы йәлеп итеү тәжрибәһен индергән тәүге төбәк. Радий Хәбировтың башланғысы менән 2020 йылда республикабыҙҙа «Ауыл тренеры» программаһы эшләй башланы. Программала ауыл ерендә балалар менән эшләгән спортсылар ҡатнаша.

Контракт шарттарына ярашлы, ауылда кәмендә биш йыл эшләгән белгестәр 600-шәр мең һум аҡса алыу мөмкинлегенә эйә. Аҡсаны торлаҡ йәки йорт төҙөүгә ер участкаһы һатып алыу өсөн тотонорға була.

2020 йылда бындай түләүҙе — 34, былтыр иһә 20 ауыл тренеры алған.

«Ауыл тренеры» республика программаһының тулы тексы менән рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында танышырға мөмкин.

Автор:
Читайте нас: