Спорт
22 Октября 2022, 07:00

Сәләмәт тормош яҡлылар

Яңауыл районы “Юность” физкультура-һауыҡтырыу комплексында атайҙарҙан һәм балаларҙан торған ғаилә командалары араһында спорт фестивале үтте. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ҡатнашыусылар ГТО комплексы күнекмәләрен үтәй, таҫыллыҡта, тиҙлектә, көслөлөктә, сыҙамлыҡта ярыша. Спорт ҡомары менән бергә берҙәмлек, татыулыҡ хөкөм һөрә залда. Сарала ГТО билдәләре лә тапшырыла.

“Демография” милли проекты сиктәрендә Яңауыл районында физик культура, спорт  менән шөғөлләнеү өсөн шарттар тыуҙырыла, яҡшыртыла, тип хәбәр итә “Юность” физкультура-һауыҡтырыу комплексы хеҙмәткәрҙәре. Әүҙем тормош рәүешенә иғтибар биреү һөҙөмтәһендә йылдан-йыл спорт менән даими шөғөлләнеүселәр һаны арта.

Фото – “Юность” физкультура-һауыҡтырыу комплексы.

Автор:
Читайте нас