Бындай спорт фестивале, ғәҙәттәгесә, 2013 йылдан алып уҙғарыла. Республикабыҙ уны тәүге тапҡыр үҙендә ҡабул итәсәк. Сарала Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренән, БДБ илдәре диаспораларынан 13-15 йәшлек егеттәр һәм ҡыҙҙарҙан торған мәктәп командалары, шулай уҡ Рәсәй мәктәп спорт клубтары йыйылма командалары ҡатнашыуы көтөлә.
Өфөлә үтәсәк Халыҡ-ара мәктәп спорты фестиваленә Рәсәйҙән, Азербайжандан, Әрмәнстандан, Белорусиянан, Ҡаҙағыстандан, Ҡырғыҙстандан, Молдавия республикаһынан, Таджикстандан, Төркмәнстандан, Үзбәкстандан 450 йәш спортсы килеүе көтөлә.
Ярыштар 7 спорт төрө буйынса үткәрелә. Бөтә әҙерлек саралары тулы күләмдә үткәрелгән. Фестиваль сиктәрендә мини-футбол, волейбол, баскетбол, өҫтәл теннисы, бадминтон, шахмат кеүек спорт төрҙәре буйынса ярыштар үтәсәк.