+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
2 Декабрь 2022, 10:24

Ҡышҡы спорт миҙгеле асылды!

Асҡарҙа район ойошмалары командалары быйма кейеп хоккей уйнаны.

Ҡышҡы спорт миҙгеле асылды!
Ҡышҡы спорт миҙгеле асылды!

Асҡарҙа район ойошмалары командалары быйма кейеп хоккей уйнаны.

Бөтә Рәсәйҙә хоккей көнө билдәләнгән был көндө районда ҡышҡы спорт миҙгелен асыу быйма кейеп хоккей уйнау ярышы менән асылды.
Ҡыҙыҡ һәм күңелле уйындың һөҙөмтәләре буйынса ирҙәр командалары араһында район балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе командаһы иң шәп уйынсылар тип табылды. Икенсе урынды Атауҙынан Баязитова крәҫтиән-фермер хужалығы коллективы яуланы. Әбйәлил район электр селтәрҙәре командаһы өсөнсө урынға сыҡты.
Ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында балалар мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәренән төҙөлгән команда иң шәп уйынсылар тип табылып, беренселекте алды. Икенсе урында район хакимиәтенең ҡатын-ҡыҙҙары командаһы билдәләнде. Өсөнсө урынды Буранғолдоң хоккей уйнарға яратҡан ҡатын-ҡыҙҙары командаһы еңеү яуланы.

Ҡышҡы спорт миҙгеле асылды!
Ҡышҡы спорт миҙгеле асылды!
Автор:
Читайте нас: