+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
12 Декабрь 2022, 15:48

Етеҙ малайҙар, ҡыҙҙар

Асҡын ауылының 2-се балалар баҡсаһында беренсе баҫҡысҡа еткән – алты йәштәре тулған малайҙар һәм ҡыҙҙар ГТО нормативтарын тапшырҙы.

#нацпроекты#регпроект#национальныепроектыБашкортостан

ГТО нормативын тапшырыуҙа 33 бала ҡатнашты, тип хәбәр итә Асҡын районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. Сара “Демография” милли проектының “Спорт – тормош рәүеше” проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында ойошторола.

– Был сара физик әҙерлекте баһалауға йүнәлтелгән. Һөҙөмтәләр насар түгел, шулай ҙа башҡарыу техникаһы һәм һаны өҫтөндә бер аҙ эшләргә кәрәк. ГТО нормативтарын тапшырыуға булышлыҡ иткәндәре өсөн 2-се балалар баҡсаһы мөдире Лариса Мөхәмәтшинаға һәм физик культура уҡытыусыһы Марина Климоваға рәхмәтлебеҙ, – ти “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексы директоры Илһам Нурмөхәмәтов.

Фото –  Асҡын районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Читайте нас: