+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Декабрь 2022, 14:36

Саңғы миҙгеле асыҡ!

Яңауыл районында ҡышҡы спорт миҙгелен асыуға арналған яңы йыл эстафетаһы үтте. Стартҡа 38 команда сыҡты.

#нацпроекты#регпроект#национальныепроектыБашкортостан

“Демография” милли проекты сиктәрендә Яңауыл районында спорт  менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыла. Эстафетала тәжрибәле саңғысылар ҙа, һәүәҫкәр спортсылар ҙа ҡатнашты, тип хәбәр итә “Йәшлек” физкультура-һауыҡтырыу комплексы хеҙмәткәрҙәре.

Дистанция бер саҡрым тәшкил итә.

Ярышта ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов тәбрикләй, Йәштәр һарайы командаһы яңы йыл кәйефе булдыра, киләһе йыл “хужаһы” – Ҡуян да саңғыла килә.

Яңы спорт миҙгеле асыҡ! Алда мауыҡтырғыс ярыштар көтә. Шәмбе СССР спорт мастеры Илүс Дәүләтбаев призына яңы йыл саңғы ярышы үтә.

Фото –  https://contenta.info/press_releases/371207#scroll .

Читайте нас: