-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
27 Декабрь 2022, 10:15

Асҡар тхэкводистары Рәсәй кубогына ярышта көс һынаясаҡ

Тхэквондо буйынса XXXI Башҡортостан Республикаһы кубогына ярышта 400-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты. Унда Асҡар ауылының “Батыр” ФҺК-һы тренеры Дим Вәлиевтың тәрбиәләнеүселәре юғары һөҙөмтәләргә ирешеп, БР йыйылма командаһы составында февраль айында Һамар ҡалаһында уҙасаҡ Рәсәй кубогына ярышта ҡатнашыу хоҡуғына эйә булды.

Асҡар тхэкводистары Рәсәй кубогына ярышта көс һынаясаҡ
Асҡар тхэкводистары Рәсәй кубогына ярышта көс һынаясаҡ

Тхэквондо буйынса XXXI Башҡортостан Республикаһы кубогына ярыш Дәүләт хәүефһеҙлеге органдары хеҙмәткәрҙәре көнөнә һәм СССР КГБ-һының  махсус тәғәйенләнештәге “Вымпел” төркөмөнә нигеҙ һалыусы генерал-майор Юрий Дроздов иҫтәлегенә арналды.

Ярышта республика ҡала һәм райондарынан, шул иҫәптән Әбйәлилдән, 400-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты. Уны асыу тантанаһында БР спорт министры Руслан Хәбибов, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе секретары Руслан Насретдинов, “Ватанды һаҡлаусы” партия проектының Башҡортостандағы координаторы, БР-ҙың Тхэквондо буйынса спорт федерацияһы президенты Фәғит Латипов, ФСБ-ның запастағы генерал-майоры, Батырлыҡ ордены кавалеры Рәвил Кирәев һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты, спортсыларға уңыштар теләне.

“Батыр” ФҺК-һы тренеры Дим Вәлиевтың тәрбиәләнеүселәре республика Кубогына ярышта ике дисциплина буйынса ҡатнашып, юғары һөҙөмтәләре менән ҡыуандырҙы.  Виктория Кривель ике алтын, Илнара Ғайсина – алтын һәм көмөш, Камилла Ғәбитова алтын миҙалға лайыҡ булды. Ригина Рәхмәтуллина һәм Алсынбай Ғайсин – II, Илдар Әмиров, Дарья Яковлева һәм Раян Ғибәҙәтов – III урын яуланы.

I урын яулаған Асҡар тхэквондистары БР йыйылма командаһы составында февраль айында Һамар ҡалаһында уҙасаҡ Рәсәй кубогына ярышта ҡатнашыу хоҡуғын алды. Ә уларҙың тренеры Д. Ғ. Вәлиев “Башҡортостан Республикаһында тхэквондоны үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн” миҙалы менән бүләкләнде.

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас: