+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
27 Декабрь 2022, 16:35

“Хәлил” хоккей командаһының логотибы булдырылды

Ауыл хоккейсылары күптән команда өсөн номерҙары һәм фамилиялары яҙылған свитерҙар (джерси) тектереү тураһында хыялланған. Ниһайәт, егеттәр үҙҙәре аҡса йыйып,  спорт эпикировкаһы етештеү менән шөғөлләнеүсе "Steel Axes" компанияһынан заказ менән уларҙы 23 уйынсыға кейем тектеретеүгә ирешкән. Ә логотипһыҙ джерси - джерси буламы ни? Магнитогорскиҙан рәссам Урал Таһиров хоккейсыларҙың ышанысын аҡлаған. Хәҙер “Хәлил” командаһының үҙ логотибы ла бар. 

“Хәлил” хоккей командаһының логотибы булдырылды
“Хәлил” хоккей командаһының логотибы булдырылды

Ауыл хоккейсылары күптән команда өсөн номерҙары һәм фамилиялары яҙылған свитерҙар (джерси) тектереү тураһында хыялланған. Ниһайәт, егеттәр үҙ кеҫәләренән аҡса йыйып, 23 уйынсыға  спорт эпикировкаһы етештеү менән шөғөлләнеүсе, континенталь хоккей лигаһы командаларына, шул иҫәптән республикабыҙ ғорурлығы булған “Салауат Юлаев” уйынсыларына спорт формалары теккән етди предприятие – "Steel Axes" компанияһына заказ биргән. Командала мәктәп уҡыусылары ла бар. Улдары өсөн аҡса йәлләмәгән ата-әсәләргә “Афарин!” тиергә генә ҡала. Бынан тыш, үткән аҙнала командала уйнаусы биш мәктәп уҡыусыһы Яҡтыгүлдә уҙған “Уральская классика” мәрхәмәтлек матчында ҡатнашып, ойоштороусыларҙане хоккей формаһы һәм сәкәндәр менән бүләкләнгән.

Логотипһыҙ джерси ысын буламы ни? Команда менән оҙаҡ уртаҡ фекергә килә алмағандан һуң, эмблема эшләтеүҙе улар был өлкәлә профи булған кешегә йөкмәтергә ҡарар иткән. Магнитогорскиҙан рәссам Урал Таһиров хоккейсыларҙың ышанысын аҡлаған. Хәҙер “Хәлил” командаһының үҙ логотибы ла бар.

“Хәлил” командаһы әле  үҙенең боҙ майҙанында район күләмендә хоккей матчы уҙғарырға әҙерләнә. 2 ғинуарҙа бында махсус хәрби операцияла һәләк булған ауылдаштар – Азамат Дәүләтҡолов һәм Айгиз Ирназаровтың иҫтәлегенә ярыш уҙасаҡ.

 

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас: