+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
30 Декабрь 2022, 06:35

Өфөлә «ФИЗРА-Д спорт үҙәге» физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлә

Өфөлә «ФИЗРА-Д спорт үҙәге» физкультура-һауыҡтырыу комплексын төҙөү өсөн 9-сы спорт мәктәбенең физкультура-һауыҡтырыу комплексы урыны һайланған. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан  

Өфөлә «ФИЗРА-Д спорт үҙәге» физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлә
Өфөлә «ФИЗРА-Д спорт үҙәге» физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлә

Өфөлә «ФИЗРА-Д спорт үҙәге» физкультура-һауыҡтырыу комплексын төҙөү өсөн 9-сы спорт мәктәбенең физкультура-һауыҡтырыу комплексы урыны һайланған.

Өфө хакимиәте инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыу барышында концессия килешеүе төҙөнө.

Килешеүгә ярашлы, яңы «ФИЗРА-Д спорт үҙәге» физкультура-һауыҡтырыу комплексын файҙаланыу ваҡытын бүлеү графигы ҡаралған. Объект төҙөлөп бөткәс, мәктәпкә күнекмәләр өсөн ваҡыт бүленергә тейеш. Бынан тыш, 9-сы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәренең күнекмәләре өсөн өҫтәмә ваҡыт биреү тураһында килешеү төҙөүниәтләнә. Дәрестәр бушлай үткәрелә.

Был спорт объектын төҙөү “Демография” милли проектын бойомға ашырыуға ла үҙ өлөшөн индерәсәк.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: