+23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
7 Ғинуар 2023, 21:15

Яңы йыл ғаилә уйындары-2023

Ҡышҡы каникул осоронда район мәктәптәрендә башланғыс кластарҙың ғаилә командалары араһында “Яңы йыл ғаилә уйындары-2023” мәктәп фестивалдәре үтте.  

Яңы йыл ғаилә уйындары-2023
Яңы йыл ғаилә уйындары-2023

Ҡышҡы каникул осоронда район мәктәптәрендә башланғыс кластарҙың ғаилә командалары араһында “Яңы йыл ғаилә уйындары-2023” мәктәп фестивалдәре үтте, уларҙа командалар составында атай, әсәй һәм бала ҡатнашты.

Бөгөн иһә район балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең хоккей майҙансығында “Яңы йыл ғаилә уйындары-2023” район фетистивале үтте, унда мәктәп этабы еңеүселәре - 25 мәктәптән 25 ғаилә көс һынашты.

Ярышта ҡатнашыусыларҙы район башлығының социалдь сәйәсәт буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Вадим Ғафаров һәм район мәғариф бүлеге етәксеһе Батыр Илһамов тәбрикләне.

Ярышта ҡатнашыусы ғаиләләр төрлө ҡыҙыҡлы уйындарҙа ярышты: быйма кейеп, хоккей уйнанылар, унан теннис тубын сәкән менән йөрөттөләр, артабан обруч менән йүгерҙеләр.

Ҡыҙыҡлы ла, көсөргәнешле ярышта иң күп мәрәйҙе Асҡарҙан  Илһам, Эльмира һәм улдары Әҙеһәм (гимназия уҡыусыһы) Килдейәровтар ғаиләһе йыйып, еңеүсе тип табылды. Красная Башкириянан Илфат, Дилә һәм улдары Рамаҙан Әбүшахмановтар икенсе урынға сыҡты. Өсөнсө урынды Сиҙәмдән Ринат, Гүзәл һәм улдары Динар алды.

Еңеүселәргә кубоктар, грамоталар һәм миҙалдар тапшырылды.

Ярышта ҡатнашҡан ғаилә командаларының барыһы ла район хакимиәтенең рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: