+17 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Ғинуар 2023, 12:30

Илдә икенсе урындабыҙ

Башҡортостанда физкультура һәм спорт менән даими шөғөлләнеүселәр һаны кәмемәй.

Илдә икенсе урындабыҙ
Илдә икенсе урындабыҙ

Башҡортостанда 2 миллион 190 мең кеше физкультура һәм спорт менән даими шөғөлләнә. Республиканың Спорт министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, был - республикалағы халыҡтың 54,3 проценты.

Спорт ҡоролмалары буйынса Башҡортостан, Мәскәүҙән ҡала, икенсе урынды биләй. Республикалағы 13 меңдән ашыу ҡоролмала физик күнекмәләр менән шөғөлләнергә мөмкин. Йыл һайын “Спорт декадаһы”, “Өмөтөбөҙ боҙо”, “Рәсәй саңғы юлы”, “Рәсәй азимуты”, “Олимпия көнө” кеүек 15 меңдән ашыу тематик сара ойошторола. Бынан тыш, 2022 йылдан вуздар араһында Башҡортостан Башлығы Кубогына йәйге һәм ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса универсиада үткәрелә. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәргә айырым иғтибар бүленә. Улар өсөн 663 ойошма, шул иҫәптән дүрт федерация эшләй. Ике тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы Светлана Хоркина исемендәге Гимнастика үҙәген асыу ҙа мөһим ваҡиғаға әйләнде. “Бөгөн яңы спорт комплексының йылы, уңайлы, иркен һәм яҡты залдарында бер мең тирәһе бала төрлө йүнәлеш буйынса күнекмәләр үткәрә. Көн һайын 400 кеше була”, - тип хәбәр итте республиканың спорт министры Руслан Хәбибов.

2023 йылдан юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән спортсыларға һәм тренерҙарға  Радий Хәбировтың стипендиялары түләнәсәк. Тағы былтыр Башҡортостан “Спорт көрәше – мәктәптәргә” федераль программаһы өсөн пилот проектына әүерелде. Уға 83 дөйөм белем биреү ойошмаһы һәм туғыҙ меңгә яҡын уҡыусы йәлеп ителгән. 2024 йыл аҙағына тиклем мәктәптәр һанын 200-гә тиклем арттырмаҡсылар.

Үрҙә әйтелгәндәрҙең барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Демография” милли  проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

 

Автор:
Читайте нас: