Спорт
12 Февраля 2023, 17:05

Әбйәлил саңғысылары һынатманы

Асҡарҙа Башҡортостан Республикаһы уҡыусыларының ХХV Спартакиадаһы иҫәбенә саңғы буйынса  зона-республика ярыштары үтте.

Әбйәлил саңғысылары һынатманыӘбйәлил саңғысылары һынатманы
Әбйәлил саңғысылары һынатманы

Асҡарҙа Башҡортостан Республикаһы уҡыусыларының ХХV Спартакиадаһы иҫәбенә саңғы буйынса  зона-республика ярыштары үтте.

Ярыштарҙа Белорет, Бөрйән, Ейәнсура, Хәйбулла һәм Әбйәлил  райондарынан муниципаль этаптарҙа еңеү яулаған 100-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты.

Ярыштар ике йәш категорияһында ҡыҙҙар һәм малайҙар араһында үтте.

Классик стилдәге уҙышта  2011-2012 йылғы ҡыҙҙар 1 саҡрым дистанцияға йүгерҙе. Бында беренсе урынды Бөрйән ҡыҙы Мәхмүтова Диана алһа, икенсе-өсөнсө урындарҙы әбйәлилдәр Илина Ишбулдина менән Айлина Хәйбуллина бүлеште.

2011-2012 йылғы малайҙар араһында ике саҡрымлыҡ дистанцияла тәүге өс урынды ла әбйәлилдәр – Айнур Ильясов, Хәйҙәр Хәкимов, Айтуған Асҡаров яуланы.

2009-2010 йылғы ҡыҙҙар араһында ике саҡрымлыҡ дистанцияла ла тәүге өс урын әбйәлилдәрҙә:  Дилара Хөснитдинова, Айгүзәл Зияева, Фәриҙә Бикҡужина еңеүселәр булды.

2009-2010 йылғы егеттәр 3 саҡрымлыҡ дистанцияла көс һынашты. Бында беренсе урынды

Ансар Ильясов (Әбйәлил) алды, икенсе урынды Ейәнсура егете Камил Салихов яуланы, өсөнсөлә  Нурислам Яҡупов (Әбйәлил).

Ярыштарҙың икенсе көнөндә саңғысылар ирекле стилдә йүгерҙе.

2011-2012 йылғы ҡыҙҙар  араһынан 1 саҡрым дистанцияны беренсе булып Бөрйән ҡыҙы Лилия Ҡарамышева үтте, икенсене Илина Ишбулдина (Әбйәлил) икенсе, Диана  Мәхмүтова (Бөрйән) өсөнсө булып килделәр.

Ике саҡрымлыҡ дистанцияла ярышҡан 2011-2012 йылғы егеттәр  араһынан финишҡа беренсе булып Хәйбулланан Фидель Баймурзин килде, уның артынса Вилүр Әлибаев (Әбйәлил) һәм Ильяс Ҡарамышев (Бөрйән) фиништә үтте.

2009-2010  йылғы ҡыҙҙарҙан ике саҡрым дистанцияла иң етеҙҙәре тип әбйәлилдәр – Фәриҙә Бикҡужина менән Айгүзәл Зияева һәм Ейәнсуранан Динә Солтангәрәева табылды.

3 саҡрым арауыҡҡа йүгергән 2009-2010 йылғы егеттәр араһында беренсе-өсөнсө урындар әбйәлилдәрҙә – Ансар Ильясов менән  Айваз Миндияров һынатманы.Ейәнсуранан Камил Салихов икенсе урынды алды.

Ярыштар буйынса еңеүсе командалар билдәләнде.

2011-2012 йылғы ҡыҙҙар араһында беренсе урынды Әбйәлил командаһы яуланы, икенсе урынды бөрйәндәр алды, өсөнсөлә – Ейәнсура саңғысылары.

2011-2012 йылғы малайҙар араһында:

 1 урын – Әбйәлил районы;

2 урын – Ейәнсура районы;

3 урын – Бөрйән районы.

2009-2010 йылғы ҡыҙҙар араһында:

 1 урын – Әбйәлил районы;

2 урын – Ейәнсура районы;

3 урын – Бөрйән районы.

2009-2010 йылғы малайҙар араһында:

1 урын – Әбйәлил районы;

2 урын – Ейәнсура районы;

3 урын – Бөрйән районы.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас