Белорет ҡалаһында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған 2009-2011, 2012-2014 йылғы егеттәр араһында самбо буйынса Белорет районы беренселеге үтте.
Ярыштарҙа Силәбе өлкәһенең Миәс һәм Сыбаркүл, Магнитогорск һәм Троицк ҡалаларынан, Увелька ауылынан һәм Башҡортостандың Туймазы, Кумертау, Дәүләкән, Межгорье, Белорет, Баймаҡ ҡалаларынан, Әбйәлил районынан 170-тән ашыу спортсы ҡатнашты.
Район үҫмерҙәр мәктәбенең йәш самбосылары һынатманы, үҙҙәренең ауырлыҡ категорияларында еңеүҙәргә өлгәште.
Тренер Салауат Баһаувтың тәрбиәләнеүселәре – Тупаҡ слортсылары Рөстәм Ырыҫҡолов
беренсе урын алды, Фәнис Баһаув икенсе урынды яуланы. Зариф Аҡмурзин, Әнис Сәлихов, Данир Әҡсәнов өсөнсө урында билдәләнде. Салауат мәктәбе уҡыусыһы Ғайсар Шәәйәхмәтов та (тренеры Нуриман Хәйруллин) пьедесталдың өсөнсө баҫҡысына күтәрелде.