

#нацпроекты#регпроект#национальныепроектыБашкортостан
Ҡатнашыусылар араһында иң-иңдәре республика этабына бара, ул Нефтекамала 3 – 5 мартта үтә.
Нефтекама ҡалаһы хакимиәтенең физик культура, спорт һәм туризм буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Динар Әнүәров билдәләүенсә, бындай сараларҙы үткәреү халыҡтың физик әҙерлек кимәлен күтәреүгә, сәләмәт тормош рәүешен пропагандалауға, физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү теләген булдырыуға булышлыҡ итә.
Әле ГТО билдәһенә эйәләр араһында уҡыусылар күпселекте тәшкил итә. Әммә оло йәштәгеләр ҙә ГТО Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы хәрәкәтенә ҡушыла, тип хәбәр итә Нефтекама ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Сара “Демография” милли проектының “Спорт – тормош нормаһы” төбәк проекты сиктәрендә ойошторола.
Фото – Нефтекама ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Сығанаҡ: "Башҡорточтан ҡыҙы".