

«Футбол - мәктәптәргә» проектында еңгән Ташбулат урта мәктәбен ҡотлайбыҙ!
Проект ярҙамында мәктәпкә спорт инвентары: футбол туптары, насос, туптар өсөн сумкалар һәм башҡа кәрәк-яраҡ тапшырылды.
Уҙған йылдан тормошҡа ашырылған Бөтә Рәсәй проектында беҙҙең республиканан 59 мәктәп бындай комплекттар алған, шулар иҫәбендә беҙҙең район белем усағы булыуы ҡыуаныслы. Башҡа мәктәптәр ҙә проектта ҡатнаша ала.
.