Спорт
12 Марта 2023, 17:25

Әбйәлил командаһы - еңеүсе!

Асҡарҙа ХХV спартакиадаһы иҫәбенә 2008-2010 йылғы уҡыусылар араһында грек-рим көрәше буйынса ярыштар үтте, унда зона ярыштарында еңеү яулаған республика  район-ҡалаларынан йәш көрәшселәр ҡатнашты.Беҙҙең райондан район балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренерҙары Р. Х. Әбделғазиндың, З.З. Шөғүровтың, И.Р. Әбделғазиндың, С. Н. Баһаувтың, С. Ғ. Хамматовтың тәрбиәләнеүселәре һынатманы:

Әбйәлил командаһы - еңеүсе!Әбйәлил командаһы - еңеүсе!
Әбйәлил командаһы - еңеүсе!

Асҡарҙа Башҡортостан уҡыусыларының ХХV спартакиадаһы иҫәбенә 2008-2010 йылғы малайҙар араһында грек-рим көрәше буйынса ярыштар үтте, унда зона ярыштарында еңеү яулаған республика  район-ҡалаларынан йәш көрәшселәр ҡатнашты.Беҙҙең райондан район балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренерҙары Р. Х. Әбделғазиндың, З.З. Шөғүровтың, И.Р. Әбделғазиндың, С. Н. Баһаувтың, С. Ғ. Хамматовтың тәрбиәләнеүселәре һынатманы:
1 урын – Фәттәхов Илмир (Ишбулды, 44 килограмм ауырлыҡ категорияһында);
1 урын – Нөғәмәнов Нил (Тупаҡ, 62 кг);
2 урын – Мөхөтдинов Айбулат (Дәүләт, 32 кг);
2 урын – Хәлисов Илдар ((Ишбулды, 48 кг);

2 урын – Рыҫҡолов Рөстәм (Таштимер, 75 кг);
2 урын – Мансуров Айназ (1-се Асҡар, 85 кг);
3 урын –Ҡужәхмәтов Фидан (Т. Кусимов исемендәге гимназия, 35 кг);
3 урын – Дауытов Арсен (Дәүләт, 38 кг);
3 урын – Фәхретдинов Нурлан (Дәүләт, 41 кг);
3 урын – Мәғәфүров Айгиз (Т. Кусимов исемендәге гимназия, 57 кг);
4 урын – Ишаев Зәйнулла (Сиҙәм, 52 кг).
Муниципаль район командалары араһында беренсе урынды Әбйәлил командаһы яуланы.

Асҡын районы спортсылары икенсе, бөрйәндәр өсөнсө урындарҙы алды.

Ҡала командалары араһында белореттарға етеүсе булманы. Кумертау уҡыусылары икенсе, Стәрлетамаҡ командаһы өсөнсө урында билдәләнде.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас