

#нацпроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Нефтекама ҡалаһында беренсе синыф уҡыусылары ГТО нормативтары тапшыра. 550 беренсе класс уҡыусыһы “Торпедо” стадионында йыйылды, тип хәбәр итә Нефтекама ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
6 – 8 йәшлек балалар, бәләкәс булыуына ҡарамай, норматив тапшырыуҙа ҡыҙыҡһынып ҡатнаша. Улар уҡыу йылы башынан уҡ әҙерләнгән. Физкультура дәресендә йүгереү, һикереү һәм башҡа күнекмәләр үткәргән. Тырышлыҡтары бушҡа китмәгән, барыһы ла лайыҡлы сығыш яһаған. “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” (ГТО) Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы нормативтарын тапшырыу сараһы “Демография” милли проекты сиктәрендә ойошторола.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/426218#scroll.
https://bashkizi.ru/news/milli-proekttar/2023-03-27/afarin-b-l-k-st-r-3193655