Спорт
23 Мая 2023, 07:01

"Рәсәй киләсәге" спорт һәм көрәш фестивале үтә

1 июнендә Өфө ҡалаһының «Динамо» спорт комплексында Балаларҙы яҡлау көнөнә арналған спорт һәм көрәш фестивале - "Рәсәй киләсәге" үтә.

Добавить в предпочтительные источники Google
"Рәсәй киләсәге" спорт һәм көрәш фестивале үтә"Рәсәй киләсәге" спорт һәм көрәш фестивале үтә
"Рәсәй киләсәге" спорт һәм көрәш фестивале үтә

Фестивалдең төп маҡсаты, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү, физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеүҙе популярлаштырыу. Был фестиваль бер урынға төрлө спорт Федерацияларын йыясаҡ  һәм улар  араһында дуҫтарса бәйләнештәрҙе үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.

      Халыҡ-ара балалар көнө - ул ғәмһеҙ балалар өсөн байрам ғына түгел, ә үҫеп килеүсе быуындың һаулығын һаҡлау, белем һәм тәрбиә алыуға тиң хоҡуҡтар булдырыуға, тыныс тормоштары өсөн көрәшкә, барлыҡ Рәсәй йәмәғәтселеген туплауға сәбәп тә. Был көн өлкәндәргә өсөн бер иҫкәртеү булып тора: үҫеп килеүсе быуындың хоҡуҡтарын ихтирам итеү һәм үтәү - ул имен һәм ғәҙел йәмғиәт булдырыу нигеҙе.

      Хәрби хеҙмәткә саҡырылғандарҙың  7-нән 17 йәшкә тиклем балаларына  айырым иғтибар буласаҡ. Уларҙың һәр ҡайһыһы армспорт, мас-рестлинг, дартс, ҡулға таянып кәүҙәне күтәреү, арҡан тартышыу кеүек ярыштарҙың альтернатив төрҙәрендә ҡатнаша ала.

       Фестиваль йомғаҡтары буйынса спортсылар миҙалдар, грамоталар, бүләктәр менән билдәләнәсәк. Альтернатив спорт төрҙәрендә ҡатнашыусыларға һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына иҫтәлекле бүләктәр ҡаралған.

Автор:
Читайте нас