Бөтә донъя тәмәкенән баш тартыу көнөндә, йәғни 31 май көнө Ҡариҙел ауылындағы “Велопробег – 2023” акцияһы ойошторолдо.
Был сара “Демография” милли проектын үтәүгә лә булышлыҡ итә.
Колонна ауыл урамдары буйлап йөрөнө, уларҙы ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре оҙата бара. Ә аҙаҡ велосипедсылар ҡыҙыҡлы конкурстар һәм викториналарҙа ҡатнашып, еңгән өсөн бүләктәр алған.
“Был традицион сара йәштәргә лә, өлкәнерәктәргә лә бик оҡшай. Акция йәштәрҙең иғтибарын тәмәке тартыу проблемаһына йүнәлтеү өсөн мөһим. Шулай уҡ сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау, үҙеңдең һәм тирә-яҡтағы кешеләрҙең һаулығына иғтибарлы ҡараш булдырыу өсөн кәрәк ине”, – тигән “Надежда” үҫмерҙәр клубы директоры Юлиә Абдрахманова.