

«Ты в игре» Бөтә Рәсәй спорт проекттары конкурсында еңеүселәре араһында «Масштаб» номинацияһында Башҡортостандан VeloRussia Рәсәй веломаршруттар селтәре лә бар. Был номинацияла Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән ҡатнашты.Еңеү өсөн инициатива авторы 300 мең һум менән бүләкләнәсәк. Был аҡсаны проектты артабан үҫтереүгә тотонорға мөмкин.
Был уйын «Демография» милли проектының «Спорт — йәшәү нормаһы» федераль проекты сиктәрендә бойомға ашырыла.
Для участия в третьем сезоне «Ты в игре» уйынының өсөнсө миҙгелендә ҡатнашыуға бөтә Рәсәйҙән 4,6 мең заявка бирелгән. Экпсерттар иң башта 250 иниициативаны һайлап ала, унан уларҙың тик 25-е финалға ҡала. Проекттарҙы яҡлау һөҙөмтәһендә грантҡа эйә булыусы 1 миллион һум, биш номинацияла билдәләнгәндәр 300-әр мең һум аласаҡ.
Башҡортостандан тәҡдим ителгән һәм еңеү яулаған веломаршруттар проектытөбәк һәм урындағы юлдарҙы әүҙем файҙаланыу. Велотуристарға уңайлы булһын өсөн —федеральтрассыалар ҙа, машинадлар күп йөрөгән юлдар ҙа файҙаланылмай, маршруттарҙың һуңғы нөктәһе пассажирҙар хәрәкәте булған тимер юл станцияларына бәйле була.
Һәр маршурт физик әҙерлеге булмаған ябай туристарға иҫәпләнгән һәм Рәсәй буйлап үҙаллы велосипедта сәйәхәт итеү мөмикнлеген бирә.
Проект велотуризм спорт булараҡ түгел, ә ҡыҙыҡлы, әүҙем һәм файҙалы ял итеү ысулы итеп күрһәтә. Шуға күрә уның маҡсаты — Рәсәй халҡын велотуризмға әүҙем йәлеп итеү.
Башҡортостанда, Һамар өлкәһендә веломаршруттар селтәре булдырылған. Ленинград өлкәһе, Краснодар крайы, Бүрәт рсепубликаһы и Ҡырымдары уны төҙөү эше алып барыла.
Проект 40 меңдән ашыу кешене солғап аласаҡ, әле өс меңдән ашыу кеше веломаршруттар менән файҙаланған да инде.