Спорт
21 Июнь 2023, 17:40

“Император Голд” алдынғылыҡты бирмәй!

Ярыш атының исеме лә яңғырауыҡлы булырға тейеш, тип атына ошондай исем биргән Әбделмәмбәт егете РаязҠарабәндин. Хужаһының өмөтөн аҡлап, Император Голд бәйгеләрҙә һынатмай

“Император Голд” алдынғылыҡты бирмәй!“Император Голд” алдынғылыҡты бирмәй!
“Император Голд” алдынғылыҡты бирмәй!

Атаһы йәш ярымлыҡ тай һатып алып биргәс, ат йәнле малай ярыш атының исеме лә үҙенәторошло яңғырауыҡлы булырға тейеш тип уға “Император Голд” тип ҡуша.  Һәм, ысынлап та аты һынатмай. Раяз менән Император Голд ике йылдан саҡ ҡына артығыраҡ ваҡыт эсендә күп ярыштарҙа еңеү яуланы. Быйыл Әбйәлилдә үткән инвестһабантуйҙа “Император Голд” аттар 11000 метрлыҡ дистанцияла сабышҡан “Бәйге”лә финишты беренсе булып үтте һәм хужаһына бәйгенең төп бүләген – квадроциклды яуларға булышлыҡ итте.

Уҙған йыл Баймаҡ районында булған инвестһабантуйҙа ла “Император Голд” Раяз менән беренселекте алдылар. Тәүге тапҡыр ойошторолған “Башҡорт аты” республика фестивалендә лә “Император Голд” һынатманы – беренселекте яуланы.

Күптән түгел Иҫке Сибайҙа август айында Баймаҡта уҙасаҡ “Башҡорт аты” фестиваленә әҙерлек сиктәрендә ойошторолған ярышта ла Раяздың аты беренсе булып килде. “Император Голд”тың икенсе республика фестивалендә лә һынатмаҫына ышаныс ҙур.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас