

Белоруссия делегацияһы етәксеһе Владимир Антончик һүҙҙәренсә, ул һәм уның етәкләгән команда ағзалары Башҡортостанда беренсе тапҡыр. Ҡаршылаған ҡунаҡтарҙы милли аштар сәк-сәк, ҡымыҙ менән һыйлағандар, улар уҙ сиратында йылы ҡабул иткәндәре өсөн рәхмәт белдергәндәр.
Фестивалдә ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһының спорт министры Руслан Хәбибов сәләмләгән. Осрашыу аҙағында Башҡортостан һәм Беларусь вәкилдәренән торған йыйылма командалар футбол буйынса иптәштәрсә, дуҫлыҡ һәм берҙәмлек уйынын үткәргән.
«Рәсәй-Беларусь» халыҡ-ара мәктәп спорты фестивале Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһында 29 июнгә тиклем үтә. Ярыштарҙа уҡыусылар футбол ( мини-футбол дисциплинаһы), баскетбол, волейбол, шахмат, өҫтәл теннисы, бадминтон, йөҙөү буйынса көс һынашасаҡ.
Фестивалде асыу тантанаһы бөгөн «Ватан» этнопаркы биләмәһендә уҙасаҡ.