

Был спорт үҙәге Өфөнөң 450 йыллығына төҙөлгән төп юбилей объекттарының береһе буласаҡ. Юбилей 2024 йылда билдәләнәсәк.
Биш ҡатлы бинаның дөйөм майҙаны 28 мең квадрат метр тәшкил итә. Бина бер нисә зонаға бүленгән. Улар - тамашасылар өсөн трибуналар, спорт-күнекмә комплексы, йәмәғәт туҡланыуы блогы, ҡунаҡхана һәм ер аҫты паркингы. Бында бөтәһе 8 спорт залы, шул иҫәптән 3 400 урынлыҡ универсаль спорт-концерт залы буласаҡ. Спорт комплексы ярыштарҙы тура эфирҙа күрһәтеү мөмкинлеге булған видеотрансляциялау ҡорамалдары менән йыһазландырыласаҡ. Көрәш үҙәге халыҡ-ара ярыштар үткәреү буйынса барлыҡ талаптарға тулыһынса тап киләсәк. Бина тирәләй йүгереү юлдары һалынасаҡ.
Александр Карелин төҙөлөп ятҡан үҙәктең спорт көрәше, дзюдо, самбо, милли көрәш, көнсығыш көрәш буйынса халыҡ-ара кимәлдәге ярыштар үткәрергә мөмкинлек биреүен һыҙыҡ өҫтөнә алған. Ул, проекттың масштаблы, төҙөүселәрҙең заманса архитектура һәм дизайнер ҡарарҙарын эстетик яҡтан оҫта файҙалана алыуына хайран булыуын белдергән. Шулай уҡ, танылған спортсы, киләсәктә йәштәрҙе өйрәтәсәк һәм уларға спорт үрҙәренә ирешергә ярҙам итәсәк профессиональ кадрҙар һайлауҙың мөһимлеген билдәләгән.