

Ярыштың дистанцияһы 3-5 мең саҡрым тәшкил итәсәк, шуның 2-3 мең саҡрымы - махсус спорт участкалары.
Башҡортостанда раллиҙың тиҙлек участкаһының өс этабы 7 июлдән 10-ына тиклем уҙа. Ярышта ҡатнашыусылар Әбйәлил, Белорет, Учалы, Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр һәм Ейәнсура райондары буйлап үтәсәк.
7 июлдә Өфөлә «Ебәк юлы» халыҡ-ара ралли Башҡортостандағы этабы тантаналы старт аласаҡ. Старт ижад йорто Зәки Вәлиди урамындағы 1-се йорт ҡаршыһында автомобиль парковкаһы районында яҡынса урындағы ваҡыт буйынса киске сәғәт 5-тә урынлашасаҡ.
Стартты Зәки Вәлиди урамындағы 1-се йорт ҡаршыһында автомобиль парковкаһы районында яҡынса киске сәғәт 5-тә аласаҡтар. Һуңынан автомобилдәр «Өфө-Арена»ға юлланасаҡ. (Ленин урамы, 114).
2 этап (8 июль) - Әбйәлил һәм Учалы райондары;
3 этап (9 июль) - Учалы һәм Әбйәлил райондары;
4 этап (10 июль) - Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр һәм Ейәнсура райондары аша үтәсәк.