

ПМЭФ-2023 форумында Рәсәй Федерацияһы спорт министры Олег Матыцин, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Һаңғырауҙар спорты Федерацияһы президенты Дмитрий Ребров ҡул ҡуйған Өфөлә үткәреләсәк ярыштарға Бразилия, Бахрейн, Вьетнам, Иран, Ирак, Испания, Израиль, Кения, АҠШ, Франция, Төркиә, Филиппин һәм башҡа дәүләттәрҙең спортсылары киләсәк.
“Сурдлимпиясыларҙың осрашыуы спорттың социаль әһәмиәле булыуын билдәләү өсөн яҡшы мөмкинлек буласаҡ. Төрлө ил вәкилдәрен яҡынайтыу өсөн спорт универсаль майҙансыҡ булып ҡала. Башҡортостан ҙур турнирҙар уҙғарыу тәжрибәһенә эйә. Уйындар юғары кимәлдә үтәсәк”, тип белдергән Радий Хәбиров.
Өфөләге уйындарҙың операторы булып «РК-Спорт», Росконгресс фондының спорт платформаһы тора.
Ярыштар программаһына 21 ярыш төрҙәре индерелгән.
Сурдлимпия уйындары 23 июлдән 2 авгусҡа тиклем Өфөнөң 13 спорт объекттарында үтәсәк.