

Ҡазан–Өфө-Мәскәү маршруты буйынса уҙғарылған ралли үҙенә 9 этапты ала, улар уҙышыу көндәре. Дөйөм алғанда спортсыларға яҡынса 5 230 километр юл үтергә кәрәк, уның 2 350 километры - юғары тиҙлекле участка дистанцияһы.
7 июлдән 10-ына тиклем Башҡортостан биләмәһе буйынса юғары тиҙлекле участканың өс этабы үтәсәк. Уҙышта ҡатнашыусылар Әбйәлил, Учалы, Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр, Ейәнсура райондары буйлап уҙа.
Ралли-марафон – уникаль спорт дисциплинаһы, ул донъя океаны буйлап Ер шары тирәләй сәйәхәткә оҡшаш. Был ярыш һөнәри оҫталыҡҡа һәм сыҙамлыҡҡа, зирәклеккә һәм ҡыйыулыҡҡа, команда рухына һәм илһөйәрлек тойғоларына һынай. Ул кешеләргә лә, техникаға ла, технологияларға ла, идеяларға ла һынау. Беренсе тапҡыр Башҡортостанда Ралли этабы 2016 йылда 10 -11июлдә үткәрелде. Унда 27 ил, 116 берәмек спорт машинаһы ҡатнашты. Улар араһында 92-һе джип, 24 йөк машинаһы булды.
Өфө буйлап тантаналы үтеү 7 июлгә билдәләнгән. Был сара Зәки Вәлиди урамындағы 1-се йорт ҡаршыһындағы автомобиль парковкаһы эргәһендә буласаҡ. Концерт программаһы 18 сәғәткә билдәләнгән. Тамашасыларҙы бейеү номерҙары, ҡатнашыусылар менән фотосессия һәм башҡа саралар көтә.
Тәүге ҡатнашыусының урындағы ваҡыт менән 20.00 сәғәткә килеүе көтөлә. Аҙаҡ ҡатнашыусыларҙың автомобилдәре “Өфө –Арена” биләмәһенә юллана. Артабан Әбйәлил, Учалы, Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр, Ейәнсура райондарынан үтәсәктәр.
2 этап – Әбйәлил һәм Учалы райондары, 3 этап – 9 июлдә Учалы һәм Әбйәлил райондары, 4 этап – 10 июлдә Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр һәм Ейәнсура райондары.
Раллиҙа ҡатнашыусыларҙың һәм ойоштороусыларҙың һаны - 20-нән ашыу илдән 750 кеше, шул иҫәптән спортсыларҙың 70 экипажы. Улар түбәндәге категорияларҙа була: мотоциклдар, квадроциклдар, багги, йөк машиналары, внедорожниктар.