

Төнгө йүгерештәр миллиондан ашыу йәшәгән ҡалаларҙа йыш үткәрелеп килә. Быйыл төндә Мәскәү менән бер үк ваҡытта Өфөләлә ул ойоштороласаҡ. Быйылғы төндә йүгереүҙә ҡатнашыусыларҙың географияһы киңәйә, унда өс ил - Мысыр, Ҡаҙағстан һәм Беларусия һәм шулай уҡ Рәсәйҙең 17 төбәгенән 111 ҡала вәкилдәре ҡатнашырға теләй.
Ярышты ойоштороусылар, ҡатнашыусылар экологик тәртипте лә күҙәтәсәк, уға айырым иғтибар бирәсәк. Стартта, финишта һәм йүгереү дистанцияһы буйлап махсус урналар ҡуйыласаҡ, унда пластик шешәләр йыйыласаҡ. Йүгереүҙән һуң улар ПОЛИЭФта гранулаға эшкәртеләсәк. Интерактив күргәҙмәлә йыйылған шешәләрҙе утилләштереүҙән алып, уны яңы экологик полимерға әйләнгәнгә тиклем процесты күрергә мөмкин буласаҡ.