Спорт
9 Июль 2023, 08:20

Ишкилделә шәп спорт майҙансығы төҙөлә

Ишкилделә "Ҡолама" спорт майҙансығын төҙөү буйынса ҙур өмә уҙҙы. Ауыл халҡы һәм ситтән ярҙамға килгән ир-егеттәр үҙе менән эш ҡоралдарын да тотоп килделәр һәм ҙур күләмдә эш башҡарылды.

Ишкилделә шәп спорт майҙансығы төҙөләИшкилделә шәп спорт майҙансығы төҙөлә
Ишкилделә шәп спорт майҙансығы төҙөлә

Ишкилделә "Ҡолама" спорт майҙансығын төҙөү буйынса ҙур өмә уҙҙы. Ауыл халҡы һәм ситтән ярҙамға килгән ир-егеттәр үҙе менән эш ҡоралдарын да тотоп килделәр һәм ҙур күләмдә эш башҡарылды. Ишкилде ҡатын – ҡыҙҙары иһә өмәлә ҡатнашҡандарҙы Зәкиә" мәсетендә Усмановтар һәм Сәүҙә Шаһивәлиева салған ҡорбандарҙан аш яраштырып һыйланы.

Ауылда спорт майҙансығын төҙөүҙе башлап йөрөүсе Ласын Усманов өмәнең төп ойоштороусыһы һәм төп бағымсыһы булды. Ласын Марат улына эште ойоштороуҙа  Мансур Усманов, Илмир Шаһивәлиев һәм Юлай Зарипов  әүҙем ярҙам иттеләр.

Әбйәлил районы юл ремонт-төҙөлөш идаралығы ярҙамы менән буласаҡ спорт майҙансығы урынын тигеҙләп, тәртипкә   килтерҙеләр. Хәҙер инде унда  ҡырсынташ түшәргә ҡалды.

Бөтә был эштәрҙе башҡарыуҙа булышлыҡ иткән ДРСУ етәксеһе Ринат Аҡсуринға,  шулай уҡ техникалары менән ярҙам иткән Илһам Шаһивәлиевҡа һәм Руслан Мырҙагилдинға рәхмәт.

Был эштәр ауыл халҡын берләштереүе ҡыуаныслы. Һәр эште йәһәтләп ойоштороп йөрөгән Буранғол биләмәһе башлығы Фуат Мәхмүтов та тик маҡтауға лайыҡ.

 Һәр ауылдашыбыҙға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Киләсәктә лә шулай әүҙем булығыҙ!

Ә инде майҙансыҡҡа килгәндә: эштәр әле дауам итә. 12 июль тағы ҙур өмә уҙасаҡ. Башлана 10:00 сәғәттә.

Ҡатын - ҡыҙҙар буяу эштәре һәм  ир-егеттәрҙе ашатыуҙа ярҙам күрһәтһә, ир-егеттәр таш түшәүҙә һәм ҡалған төҙөлөш эштәре менән мәшғүл буласаҡ.

Гөлсиә Шаһивәлиева.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас