Спорт
12 Июль 2023, 12:20

Сағыу тамаша -"Башҡорт аты" фестивале көтә!

Йылдың иң сағыу тамашаһы -«Башҡорт аты» халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивале 11-12 августа Баймаҡ районының Граф күле янында үтәсәк. Унда нимәләр көтөлә?

Сағыу тамаша -"Башҡорт аты" фестивале көтә!Сағыу тамаша -"Башҡорт аты" фестивале көтә!
Сағыу тамаша -"Башҡорт аты" фестивале көтә!

Йылдың иң сағыу тамашаһы -«Башҡорт аты» халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивале 11-12 августа Баймаҡ районының Граф күле янында үтәсәк.

Сараға ат спортын яратыусылар ғына түгел, буш ваҡытын күңелле үткәрергә теләгәндәр ҙә киләсәк. Бында һәр кем күңеленә ятҡан шөғөл табасаҡ. Фестивалдә башҡорт йолаларын күрһәтеү, ат парады, ярыштар уҙғарыу планлаштырылған, сәхнә оҫталарының сығыштары көтөлә.

11-12 августа Граф күленә килегеҙ!

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас