

Бадминтон, баскетбол, боулинг, велоспорт — тау велосипеды, велосипедта йөрөү, юл, волейбол, пляж волейболы, гандбол, грек-рим көрәше, дзюдо, карате, өҫтәл теннисы, йөҙөү, пуля менән атыу, самбо, ориентирлау, теннис, тхэквондо, футбол һәм башҡаһы буйынса ярышасаҡтар.
Сара Өфөнөң 13 спорт объектында үтәсәк. Уйындарға 500-ҙән ашыу судья, 50 ым-ишара теле тәржемәсеһе һәм 200 ирекмән йәлеп ителәсәк.
“Телешко” телестудияһының ижади командаһы Өфө урамдары буйлап йөрөп, йәштәргә һәм үҫмерҙәргә Сурдлимпиадаға ҡағылышлы төрлө һорауҙар биргән һәм ҡыҙыҡлы яуаптар ишеткән.