Спорт
23 Июль 2023, 16:25

Эквадор спортсылары Радий Хәбировҡа бүләк ебәргән

Эквадор командаһы вәкиле Амазонс ихтирам йөҙәнән һәм дуҫлыҡ билдәһе итеп Радий Хәбировҡа милли баш кейеме һәм милли муйынсаҡ ебәргән.

Эквадор спортсылары Радий Хәбировҡа бүләк ебәргәнЭквадор спортсылары Радий Хәбировҡа бүләк ебәргән
Эквадор спортсылары Радий Хәбировҡа бүләк ебәргән

Йәйге Сурдлимпия уйындары 23 июлдән 2 авгусҡа тиклем үткәрелә. Һаңғырауҙар араһында спорттың 21 төрө - бадминтон, гандбол, баскетбол, еңел атлетика, өҫтәл теннисы, йөҙөү, маунтинбайк велосипед спорты, шоссе велосипеды спорты, атыу, спорт ориентирлауы, волейбол, каратэ, тхэквондо, футбол, ирекле көрәш, грек-рим көрәше, дзюдо, самбо, теннис, пляжлы волейбол, боулинг - буйынса үткәрелә.

Ярыштар 18 спорт ҡоролмаһында һәм объектында үткәрелә. Уйындарҙа 30 илдән, шул иҫәптән АҠШ-тан, Бразилиянан, Франциянан, Төркиәнән, Испаниянан, Израилдән, Кениянан, Филлиппиндан, Бахрейндан, Ирандан, Ираҡтан, Вьетнамдан һәм башҡаларҙан спортсылар ҡатнаша.

Эквадор командаһы  уйындарҙа ҡатнаша алмай , шулай ҙа ихтирам йөҙәнән һәм дуҫлыҡ билдәһе итеп Радий Хәбировҡа милли баш кейеме һәм милли муйынсаҡ ебәргәндәр һәм уйындарҙы ойоштороусыларға һәм сурдлимпия уйындарында ҡатнашыусыларға йылы хис-тойҡолар тулы мөрәжәҡәтнамә лә ебәргәндәр.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас