

26 июль иртүк Ағиҙел йылғаһы буйында стартҡа форумда ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар, шулай уҡ теләгән һәр кем сыға ала. Ойоштороусылар ярышта ҡатнашыусылар өсөн ике ярым һәм биш саҡрым оҙонлоҡтағы ике трасса әҙерләйәсәк. Салауат Юлаев һәйкәле уның башланғыс нөктәһе буласаҡ.
Һәр ҡатнашыусыға иҫтәлекле миҙал һәм футболка тапшырыласаҡ. Йүгереүҙә ҡатнашыу бушлай.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 25 июлдән 28-енә тиклем Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында үтәсәк «Аҡыллы ҡала - аҡыллы ил» форумының бай эстәлекле программаһы көтә. Был - ҡалаларҙың цифрлы трансформацияһы өлкәһендәге төп ваҡиғаларҙың береһе, унда ҡатнашыусылар интеллектуаль ҡала системаларының артабанғы үҫеш шарттарын тикшереүҙән тыш, власть органдары, бизнес һәм тармаҡ берләшмәһе вәкилдәренең үҙ-ара һөҙөмтәле эш итеү механизмдарын да эшләй аласаҡ.
Йүгереү буйынса расписание менән танышырға һәм уҙышта ҡатнашыуға заявка биреү өсөн һылтанма: https://forumsmartcity.ru/ufa#race