Спорт
24 Июль 2023, 13:20

Әстерхан өлкәһенән килгән көйәрмәндәр

Терентьевтар ғаиләһе дуҫтары менән үҙҙәренең ҡыҙҙары Виктория өсөн көйәрмән булып килгәндәр.

Әстерхан өлкәһенән килгән көйәрмәндәрӘстерхан өлкәһенән килгән көйәрмәндәр
Әстерхан өлкәһенән килгән көйәрмәндәр

Виктория туғыҙ йәшенән ирекле стилдә йөҙөү менән шөғөлләнә. Ул Сурдлимпия уйындарында ете тапҡыр чемпион исемен яулаған.

       Викторияның ата-әсәһе, Лариса Валерьевна һәм Александр Александрович ҡыҙҙарының һәр ярышын ҡалдырмай йөрөйҙәр һәм уның уңыштары менән бик ғорурланалар, икән. Өфөлә үтеүсе ярышҡа ғаилә дуҫтары Валентина һәм Сергей Астафьевтар ҙа көйәрмәндәр булараҡ ҡушылғандар.

         Әстерхан өлкәһенә беҙ ғаиләбеҙ менән Донбастан 8 йыл элек күсендек. Шунда уҡ Терентьевтар ғаиләһе менән дуҫлашып, Викторияның әүҙем көйәрмәндәре булып киттек. Беҙ Викторияның еңеү пьедесталында буласағына ышанабыҙ, ти Сергей.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас